Дауаханала ҡатынды тикшергәндәр, ҡарындағы баланың ысынлап та үлгәнен асыҡлағандар... Әммә кисекмәҫтән талап ителгән операцияны яһауҙан баш тартып, ҡатынды кире ҡайтарып ебәргәндәр.
Башҡортостан прокуратураһы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының элекке баш табип урынбаҫары Марина Мөхәмәҙиеваға ҡарата ғәйепләү ҡарарын раҫланы.
Александр Войцех фекеренсә, был ҡот осҡос аҙымға барған һәм ярҙамға мохтаж ауырлы ҡатынды күрәләтә йыраҡ юлға кире бороп сығарған табип закон алдында яуап бирергә тейеш.