Уҙған йомала Балаҡатай районының Ҡараҡай ауылында ҡот осҡос янғын була. Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан тораҡ йорт янып китә. Бында ете балаһы менән 28 йәшлек ҡатын йәшәгән. Әгәр әсә кеше тиҙ арала эш итмәһә, бик ҙур фажиғә булыуы ихтимал ине.
Янғын сыҡҡан ваҡытта Әлиә урамда эштәре менән булып йөрөгән. Ҡапыл ул янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаның тауышын ишетеп ҡалып, өйгә йүгереп инә. Был ваҡытта ете баланың дүртеһе өйҙә була.
"Иртәнге сәғәт ун тирәһе ине, - тип һөйләгән ҡатын "КП-Өфө" баҫмаһына. - Ике балам мәктәптә, береһе балалар баҡсаһында, ҡалған дүртәүһе өйҙә ине. Улым: "Әсәй, яна!" - тип ҡысҡырҙы. Күп уйлап тормай, балаларҙың тәүҙә икәүһен күтәреп сығарҙым, унан өйгә кире инеп, тағы икәүһен алдым. Документтарҙы алыу өсөн йәнә инергә уйлағайным, тотош өйҙө төтөн ялмағас, ҡурҡтым. Ул арала күршеләр йүгереп килеп етте, утты һүндерешә, балаларҙы ҡараша башланы..."
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре әйтеүенсә, әгәр янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама булмаһа, хәлдең үтә насар тамамланыуы ихтимал ине. Ул социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләгә 2018 йылда бирелгән. Күренеүенсә, ябай ҡулайлама сираттағы тапҡыр ғүмерҙәрҙе ҡотҡарҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт тулыһынса янып бөткән, унда йәшәү мөмкин түгел. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдергәйне. Властар ете балаһын бер үҙе тәрбиәләгән әсәне бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырманы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, әле балаларҙың бишеһе приютта, икәүһе - ағаларында. Улар өсөн Урғалы ауылында яраҡлы йорт табылған. Уны алыу өсөн аҡса бүленгән һәм яҡын арала ғаилә өйлө буласаҡ.
Әлиә иһә әле документтарын тергеҙеү менән шөғөлләнә. Әгәр ғаиләгә матди ярҙам күрһәтергә теләһәгеҙ, 4081 7810 7161 2721 2193 иҫәбенә йәки 8 (963) 905 94 52 телефонына аҡса күсерә алаһығыҙ. Карта Динар Ғарифйән улы Хәсәнов исемендә, ул - Әлиәнең ағаһы.