Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Октябрь 2020, 15:28

Эштә фажиғәле вафат булған

Ҡот осҡос хәл шәкәр заводында теркәлгән

Әлшәй районының Раевка шәкәр заводы хеҙмәткәре эш урынында һәләк булған.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, 17 октябрҙә, сөгөлдөрҙө ҡабул итеү пунктында 50 йәшлек ир өйөү (быраулау) машинаһы аҫтында ҡалған. Эшсе ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Әле тикшереү эштәре башланған, уның барышында аяныслы хәлдең сәбәптәре асыҡланасаҡ.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: