Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октябрь 2020, 18:06

Шелтә яһағаны өсөн...

Зыян күреүсене дауаханаға оҙаталар, уның иң башы, күкрәге һәм аяғы йәрәхәтләнгән була.

Учалыла була был ҡыҙғаныс хәл. Кис менән «Киа Соренто» хужаһы автомобилен төҙөлөш барған йорт эргәһенә ҡуя. Иртәнсәк йөк машинаһы төҙөлөш материалдары килтерә, әммә еңел автомобиль юлын ҡаплағас, үтә алмай. Водитель «Киа Соренто» хужаһына шелтә яһай, тегеһе техникаһын ала, тик бер-нисә минуттан танышы менән төҙөлөш майҙансығына килеп, йөк машинаһы водителенең ғәфү үтенеүен талап итәләр, һуғышырға маташалар.
Хәлдең былай киҫкенләшеп китеүен көтмәгән ир ҡасыу яғын ҡарай, һаҡланыу сараһы итеп ерҙә ятҡан таяҡты ла эләктереп ала.
Шул ваҡыт еңел автомобиль хужаһы машинаһынан травматик пистолет алып, иргә бер-нисә тапҡыр ата.
Йәрәхәтләнгән 35 йәшлек ир йүгереп юлға килеп сыға, бәхетенән тап ошо ваҡытта юл-патруль хеҙмәте экипажы үтеп барған була. Инспекторҙар уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр, тәфтиш-оператив төркөмөн, ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырталар.
Зыян күреүсене дауаханаға оҙаталар, уның иң башы, күкрәге һәм аяғы йәрәхәтләнгән була.
49 йәшлек ир ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: NewsBash
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: