Хәйбулла хәбәрҙәре
+11 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октября 2020, 12:58
Үҫмерҙәр енәйәт ҡыла
Бер көндә Т-40 тракторы һәм ВАЗ-111130 автомобиле юғала.
Межгорье ҡалаһы урамдары буйлап уҙғанда Росгвардия хеҙмәткәрҙәре Т-40 тракторына үҫмер идара итеүен абайлап ҡала. Транспорт сараһын туҡтатҡас, водителдең 2005 йылғы 9-сы класс уҡыусыһы булыуы асыҡлана.
Тикшереү Белорет районында йәшәгән кешенең Т-40 тракторы һәм шул уҡ көндә Межгорье ҡалаһында ВАЗ-111130 автомобиленең юғалыуын асыҡлай. Ике техника сараһын да үҫмер үҙенең 2006 йылғы дуҫы менән урлаған була. Урланған транспорт саралары хужаларына ҡайтарылған. Тикшереү бара.
“Башинформ” фотоһы.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/mer-r-en-y-t-ila-503106/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"