Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октябрь 2020, 19:35

Гаражға йылынырға ингәндәрме?

...Ата-әсәләре социаль селтәрҙәрҙә балаларын юғалтып оран һалғансы, улар эргәлә генә ҙур бәләгә тарыған һәм тиҙ арала ярҙамға мохтаж булған. Асыҡланыуынса...

14 октябрҙә баш ҡалала йәштәргә бәйле үтә аяныслы ваҡиға теркәлеүен, Сипайлово биҫтәһендәге ер аҫты гараждарының береһендә 18 йәшлек ҡыҙ менән егеттең кәүҙәләре табылыуын матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
“Комсомольская правда” порталы был фажиғәнең үҙенсәлектәрен асыҡлаған. Мәғлүм булыуынса, йәш пар ата-әсәһе менән өйҙән әрләшеп сығып киткән, ошонан һуң уларҙы яҡындары бер тәүлеккә яҡын эҙләгәне мәғлүм. Балалар эҙһеҙ юғалған, телефондарына яуап бирмәгән. Йәштәрҙең таныштары әйтеүенсә, һуңғы тапҡыр егет менән ҡыҙҙы “Ирәмәл” сауҙа үҙәгендә күргәндәр. Ата-әсәләре Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә балаларын юғалтып оран һалғансы, улар эргәлә генә ҙур бәләгә тарыған һәм тиҙ арала ярҙамға мохтаж булған...
Артабан яҡындары колледждарҙың береһендә тәүге курста уҡыусы Альфред менән Руфинаны баш ҡаланың Яр буйы урамынан йыраҡ түгел, 136-сы лицей эргәһендәге ер аҫты гаражында табыуҙарын хәбәр иткән. Егеттең тап шул йортта йәшәүе билдәле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер аҫты гараждың ишеген асып ебәргәс, ҡот осҡос күренеш күҙгә ташланған: егет уны тәрбиәләгән үгәй атаһының затлы сит ил авомобиле салонында йән биргән, ә ҡыҙ үтә ауыр хәлдә булған.
Күҙаллауҙарынса, йәштәр унда йылынырға ингән, машинаны тоҡандырған... Фажиғәнең төп сәбәптәренең береһе тип йәштәрҙең гаражда һөрөм еҫенән ағыуланыу ихтималлығын белдереләр.
Руфина әле дауаханала, үтә ауыр хәлдә. Табиптар әлегә бер ниндәй ҙә күҙаллауҙар яһамай. Аллаһы Тәғәлә йәш ғүмерҙе ярлыҡар тип өмөтләнергә, ҡыҙға һауығып сығыу насип булһын ине тип теләргә ҡала.
Фажиғәле һәләк булған Альфредтың яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Әлеге ваҡытта аяныслы хәлдең үҙенсәлектәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тикшерә.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: