Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октябрь 2020, 19:29

Бер аҙнала биш кеше батҡан...

Ә янғындарҙа ете ғүмер өҙөлдө.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә янғындар, һыуға батыуҙар һәм башҡа бәхетһеҙ осраҡтар тураһында һүҙ булды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Балаҡатай районының Ҡараҡай ауылында булған янғын тураһында һөйләне. Бында 16 октябрҙә күп балалы ғаилә йәшәгән өй янып китә. Янғын ваҡытында йортта бер йәштән алып ун йәшкә тиклемге ете бала була. Был саҡта 28 йәшлек әсә кеше ихатала йөрөгән. Ул янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама тауышын ишетеп ҡалып, өйөнә йүгереп инә. Ут ялмап алған йорттан ҡатын балаларын тиҙ арала тышҡа сығарып өлгөрә. Өй тулыһынса янып бөтә, кешеләр зыян күрмәй.
– Янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама уларға 2018 йылдан һуң балаһы тыуған аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ бирелгән. Йортто тергеҙеү мөмкин түгел. Балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән ҡатынға Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса матди ярҙам күрһәтеләсәк, – тине Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, әле биш өлкән бала ваҡытлыса приютта, ике бәләкәй бала ағаларында йәшәп тора. Урғалы ауылында ғаилә өсөн яраҡлы йорт табылған. “Аҡса бүленде, яҡын арала был йортто һатып алыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ”, - тине ул.
Республикала был ҡулайламаларҙы тапшырыу буйынса эш яҡшы ойошторолған. Әле 228 мең ҡулайлама бушлай күп балалы ғаиләләргә бирелгән. Улар арҡаһында 462 ғүмер, шул иҫәптән 191 бала ҡотҡарылған. Радий Хәбиров был эште киңәйтергә ҡушты.
Дөйөм алғанда, республикала үткән аҙнала 390 янғын теркәлгән, уларҙа ете кеше һәләк булған, 72 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Бынан тыш, Фәрит Ғүмәров һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләр тураһында ла һөйләне. Бер аҙна эсендә биш кеше батып үлгән. Өс осраҡта ирҙәр балыҡ тотҡан саҡта һәләк булған.
– Эш урынындағы бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында йәнә ике ғүмер өҙөлдө. Беренсе осраҡта моторист теплоходтан ҡолап төшкән. Икенсе ваҡиға Учалы районында теркәлде, бында ир үҙбушатҡыс машинаһында карьерға ҡолап төшөп һәләк булды, – тине ул.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: