Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октябрь 2020, 19:38

Баш ҡалала ҡот осҡос янғын

Унда өс кеше һәләк булды

Кисә кис баш ҡалала ҡот осҡос янғын теркәлде. Киске сәғәт 8-ҙә Сипайлово биҫтәһендәге Рыльский урамы 12-се йортта янғын сыҡты. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр юлланды.
Йорт 20 ҡатлы була. Янғындың 16-сы ҡаттағы фатирҙа сығыуы асыҡлана. Унан ныҡ итеп төтөн килә. Махсус газ-төтөндән һаҡлау звеноһы белгестәре был фатирҙың ишеген емереп инә. Тикшереү һөҙөмтәһендә алты квадрат метр майҙанда йорт ҡаралтылары яныуы асыҡлана. Тиҙ арала утты һүндерә башлайҙар. Фатирҙа өс кеше табыла һәм тиҙ арала сығарып, "ашығыс ярҙам" табиптарына тапшырыла.
Был кешеләр: ике ир һәм бер ҡатын иҫһеҙ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уларҙың ғүмерен ҡотҡара алмай, улар өсөһө лә һәләк була.
Янғындың ҡорбандары күберәк тә булыуы ихтимал ине. Бәхеткә күрә ваҡытында килеп еткән белгестәр 25 кешене, шул иҫәптән биш баланы хәүефле төтөндән ҡотҡара. Шулай уҡ янғын зонаһынан 60 кеше, шул иҫәптән 12 бала эвакуациялана.
Янғындың сәбәптәре һәм шарттары әле асыҡлана. Урында янғын лабораторияһы, тәфтиш-оператив төркөм эшләне.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: