Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Октябрь 2020, 11:05

Иҫерек водитель 8 йәшлек баланы бәрҙергән

Йәш велосипедсы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 8 йәшлек велосипедсы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Яңауыл районында Нефтекама-Энергетик автомобиль юлының 7-се километрында "Hyundai Santa Fe" машинаһы руле артында 22 йәшлек водитель велосипедта китеп барған өсөнсө класс уҡыусыһын бәрҙерә, унан һуң юл тамғаһына һуғылып, юл ситенә сығып оса. Аҙаҡ асыҡланыуынса, водитель иҫерек булған. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, спиртлы эсемлек ҡулланып, руль артына ултырған һәм кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырған водителгә яуап бирергә тура киләсәк.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте боҙоуҙың 2400-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, туғыҙ юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рүлгә ултырған 24 водитель туҡтатылған, аварияла ун кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: