Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Октябрь 2020, 15:54

Косметолог төрмәгә ултырасаҡ

Элина матурлыҡ салонында инъекция яһағандан һуң аңын юғалта һәм күп тә үтмәй вафат була.

Мәскәүҙең Дорогомилов район суды былтыр матурлыҡ салонында булған фажиғәле хәлгә нөктә ҡуйҙы. Өфө ҡыҙы Элина процедура креслоһында инъекция яһағандан һуң аңын юғалта һәм күп тә үтмәй вафат була.
Фажиғә былтыр июнь айында булһа ла, косметологҡа хөкөм ҡарары кисә генә сығарылған. Мәскәү прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, суд Юлия Качанды ғүмер хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ғәйепле тип тапҡан һәм ике йылға иркенән мәхрүм иткән. Асыҡланыуынса, косметологтың юғары белеме лә, лицензияһы ла булмаған.
Тикшереү барышында Өфө ҡыҙына токсик лидокаин инъекцияһы яһауҙары асыҡлана, ҡыҙ анафилактик шоктан вафат була.
“КП-Уфа” порталы хәбәр итеүенсә, Элина әленән-әле танылған косметологтарға мөрәжәғәт итеп, ҡиммәтле процедуралар алған. Туғандары ла уның даими рәүештә уколдар яһатыуын инҡар итмәгән.
Фото: РИА-Новости.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в