Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Октябрь 2020, 21:30

Бейеклектән осоп төшкән...

57 йәшлек водитель эш ваҡытында һәләк булған

Учалынан фажиғәле хәбәр килде: унда “Алтын яр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 57 йәшлек водителе эш ваҡытында һәләк булған.
Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башлаған.
Асыҡланыуынса, 13 октябрҙә водитель “КрАЗ” үҙбушатҡыс автомобилендә ҡиммәтле металдарҙы гидравлик ысул менән табыу участкаһындағы дамбаға тупраҡ ташыған. Бер мәл ул машинаға идараны юғалтҡан һәм шундағы соҡорға төшөп киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ауыр тән йәрәхәттәре алған, ул урында уҡ йән биргән.
Әлеге ваҡытта аяныслы ваҡиғаның бар үҙенсәлектәре асыҡлана.
Фото: gtrk.tv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: