Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Октябрь 2020, 15:30

Өфөлә «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин арабыҙҙан китте

*

Өфөлә ауырығандан һуң «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин донъя ҡуйҙы. Уға 52 йәш ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, мәрхүм яман шештән яфаланған, шулай уҡ ул пневмонияға бәйле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ һаналған.
Самат Ғәлимйән улы Ғәлин – Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. 2013-2015 йылдарҙа ул «Осҡон» гәзитенең баш мөхәррире, Әбйәлил районы мәғлүмәт үҙәге директоры булып эшләгән.
Самат Ғәлинды тыуған ауылында ерләйҙәр.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас в