6 октябрҙә Әбйәлилдә, күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына тиклем өс километр арауыҡта, “KIA Stinger” менән уға ҡаршы килгән “ВАЗ-2110” машинаһы бәрелешкән. Сит ил автомобиленә Силәбе өлкәһенән 47 йәшлек ир идара иткән, ә ватан машинаһында урында йәшәгән 29 йәшлек егет булған. Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2110”машинаһы картон уйынсыҡ кеүек бөкләнгән. Ике водителде лә дауаханаға илткәндәр, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 29 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Кисә республика юлдарында 10 автомобиль һәләкәте теркәлгән. Уларҙа бер кеше һәләк булған, 15 кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.
Транспорт сараһы уңайлылыҡ өсөн барлыҡҡа килгән, әммә уның хәүефһеҙлек сығанағы икәнлеген бер ҡасан да иҫтән сығарырға ярамай. Шуға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, юлдарҙа һаҡ булыу зарур.
Фото: Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.