Өфөлә билдәле адвокат Алексей Зеликман коронавирустан вафат булған. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары һәм агентлыҡтың үҙ сығанаҡтары хәбәр итте. Ике көн элек ул 8-се ҡала дауаханаһына һалынған. Әйтеүҙәренсә, кисә төнгә ҡарай ул үҙе ағза булып торған Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет чатына инеп сыҡҡан.
«Коммерсант-Башҡортостан» яҙыуынса, Алексей Зеликмандың Өфөнөң төҙөлөш буйынса элекке вице-мэры Александр Филлиппов (ул аҡланды), адвокат Николай Чимчуктың ярҙамсыһы Сергей Кожевниковтың автомобилен шартлатыу һәм башҡа шау-шыу тыуҙырған эштәрҙе алып барған.
«Алексей Зеликман йыш ҡына матбуғат сараларының тикшереү барышында енәйәт эштәре хаҡында яҙыуына ҡаршы булды, сөнки был судтарҙа ошондай эштәрҙе объектив ҡарауға ҡамасаулай тип иҫәпләне», — тип билдәләй баҫма.