Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Октябрь 2020, 14:26

Бәхил бул, Галина!

Журналист ҡыҙ үҙенең үлерен алдан белгәнме?

Өфөлә йәш журналист Галина Заводникованың вафат булыуы күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. “Башҡортостан-Хәбәрҙәр” хәбәрсеһе 2 октябрҙә арабыҙҙан китте. Ул сирләгән тинеләр. Бөгөн иһә уны һуңғы юлға оҙаттылар. Уны ерләүҙә туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашҡан.
Галинаның нилектән үлгәне әлегә билдәле түгел. Ул "Инстаграм"дағы үҙенең сәхифәһендә ниндәйҙер бер “бөтмәгән сир” менән ауырыуы тураһында хәбәр иткән булған. Уның һуңғы яҙмаларының береһендә шундай һүҙҙәр бар:
“Һуңғы аҙнала организмым тырышып-тырышып үлергә теләй. Әйтерһең, мин уны ялҡытҡанмын һәм уның айырылғыһы килә. Тәүге биш көндә температурам ныҡ юғары булғанда ни эшләптер өйҙә яттым. Өс тапҡыр ысынлап үләм икән тип уйланым. Дауаханаға барыуҙан баш тарттым, ни өсөн икәнлеген һаман аңлата алмайым. Гүйә, миндә Павлик Корчагин уянған. Өйҙә үлгем килә ине. Ашағым да килмәне (үҙемде көсләп ашарға мәжбүр итәм). Тик ошо көндәрҙә шуны аңланым: мин һәйбәт йәшәйем, барыһын да дөрөҫ эшләйем, үкенер нимәм юҡ. Әле дауаханаламын, тишмәгән урындары ҡалманы, дауалайҙар кеүек, бәлки, һауыҡтырып та ҡуйырҙар әле”, – тип яҙҙы ул.
Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре уны коронавирустан үлгән тип иҫәпләй. Әлегә был турала аныҡ мәғлүмәт юҡ. Әйткәндәй, ковид-госпиталдә ул журналист сифатында биш тапҡыр булған.
Сағыу һәм күңелсәк йәш кешенең иртә китеүен ҡабул итеүе ауыр... Ауыр тупрағың еңел булһын, Галина.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: