Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Октябрь 2020, 15:54

Армияла беҙҙең егет һәләк булған

Ул дүрт ай хеҙмәт иткән була.

Башҡортостандан Чита өлкәһенең Каштак ҡасабаһындағы хәрби частың дисциплинар батальонында хеҙмәт иткән һалдат һәләк булған. Был хаҡта "Электрогазета" баҫмаһы хәбәр итә.
Йәш кеше армияға Бүздәк районынан саҡырылған һәм дүрт ай хеҙмәт иткән була. Контракт буйынса ҡалырға ла йыйынған, документтар хәстәрләгән, тиҙәр.
Һәләк булған кистә ул хәрби ҡоралы менән һаҡта торған. Шунда үҙ-үҙенә ҡул һалған тигән фараз бар. Был осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә.
Һалдатты 1 октябрҙә тыуған ауылында ерләгәндәр.
Фото: Глас.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: