Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Октябрь 2020, 15:37

Өфөлә «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» журналисы ҡапыл вафат булған

*

Өфөлә «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрсеһе Галина Заводникова ҡапыл вафат булған. 9 сентябрҙә һәләтле журналист 35 йәшлек юбилейын билдәләгән, ә 2 октябрҙә төндә табиптар уның үлемен теркәгән.
Галина — һөнәре буйынса тарихсы. Ләкин үҙен киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә тапҡан. «Вся Уфа» ҡала телеканалында, республика баҫмаларында, ә һуңғы йылдарҙа «Рәсәй-1» һәм «Башҡортостан-24» телеканалдарында эшләгән.
«Ул боҙло һыуға ла төштө, хәрби техника аҫтына ла ташланды, табиптар менән бергә ковид-госпиталдең «ҡыҙыл зона»һына инде. Ләкин Галина тарих һәм мәҙәниәт өлкәһен яҡтыртырға яратты. Спектаклдәрҙең премьераһынан репортаждар, сәхнә йондоҙҙары менән интервью, Коминтерндың Өфөләге осоро тураһында материал төшөрөү – ул һәр ваҡыт тормош ҡайнап торған һәм тарихи ваҡиғалар булған урынға барырға теләне», — ти уның хеҙмәттәштәре.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы редакцияһы Галинаның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: