Ир тереләй ергә күмелә. Унан башҡа шахтала тағы бер нисә кешенең булыуы билдәле, тик уларҙың хәле тураһында хәбәр юҡ. Һәләк булған ирҙең кәүҙәһен тау тоҡомдары өйөмө аҫтынан алып сыҡҡандар һәм суд-медицина экспертизаһына тапшырғандар. Уға ни бары 49 йәш булған. Ҡаҙағстанда тыуһа ла, Силәбе өлкәһендә йәшәгән, вахта ысулы менән эшләгән. Өйҙә уны хәләл ефете һәм яңыраҡ ҡына уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙы көткән...