Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Октябрь 2020, 19:01

Сирена яңғыраһа, ҡурҡмағыҙ

2 октябрҙә электр сиреналары өс минут самаһы яңғыраясаҡ.

2 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы граждандар оборонаһының төбәк үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһын комплекслы тикшереү үткәрелә. Республика биләмәһендәге барлыҡ электр сиреналары, репродукторҙар ҡыҫҡа ваҡыт эшләйәсәк һәм “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “Беренсе канал”, “БЮТ”, “Спутник ҒМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радио, телевидение тапшырыуҙары каналдарында белдереүҙәр сығасаҡ.
Тикшереү эше урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем уҙғарыла. Электр сиреналары өс минут самаһы яңғыраясаҡ. Бынан тыш, “ОКСИОН” Дөйөм Рәсәй комплекслы системаһы элементтарын һәм кәрәҙле элемтә операторҙарын йәлеп итеү ҡарала.
“Ысынбарлыҡта ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, “Иғтибар барығыҙға ла!” сигналы электр сиреналары, репродукторҙар, сәнәғәт предприятиелары гудоктары тарафынан өс минутҡа тиклем бирелә, артабан ул телевидение һәм радио аша ла иғлан ителә, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. – Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын сирена тауышы яңғырағас тәртип һәм тыныслыҡ һаҡларға саҡырабыҙ”.
Әйткәндәй, халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлеген ил буйынса үҙәкләштереп комплекслы тикшереү тәүге тапҡыр ойошторола. Уның барышында Башҡортостан биләмәһендә үҙәкләштерелгән хәбәр итеүҙең II этаптағы яңыртылған төбәк автоматлаштырылған системаһы һынау үтә.
Мәғлүм булыуынса, былтыр республика Башлығы Башҡортостандың бөтә муниципаль берәмектәрендә яңыртылған һанлы белдереү системаһын ғәмәлгә индереү бурысын ҡуйған указ сығарғайны. Һөҙөмтәлә бөтә ҡала, райондарҙа 63 муниципаль, ике республика идара итеү пункты модернизацияланды, 464 электр сиренаһы, 147 сирена-репродуктор ҡулайламаһы, 84 белдереүҙе ҡабул итеү ҡулайламаһы, 39 радио һәм дүрт телевидение тапшырыуҙарын ҡабул итеү нөктәһе барлыҡҡа килде.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: