Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Октябрь 2020, 19:06

Эскелек башҡа етә...

"0,5 литр күләмдә араҡы эскәйнем. Такси саҡырта алмағас, руль артына ултырғайным,” - бына шундай иҫте китерерлек яуап.

Башҡортостанда тағы үлемесле авария теркәлде, һөҙөмтәлә Бәләбәйҙә 75 йәшлек ҡатын һәләк булды. ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уны 25 йәшлек водитель юлда бәрҙергән.
Водитель фажиғәнең сәбәбен бына нисек аңлатҡан: ”28 сентябрҙә иҫерек килеш ВАЗ-2110 автомобиле руле артына ултырҙым, идара итеүҙе юғалтҡанмын. Ҡатын кешене бәрҙергәнмен. 0,5 литр күләмдә араҡы эскәйнем. Такси саҡырта алмағас, руль артына ултырғайным,” - бына шундай ябай яуап. Тик ваҡиғаның аҙағы үкенесле.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ир төштән һуң машинаһы менән Ҡыҙылармеецтар урамының уң яғы буйлап хәрәкәт иткәндә ошо уҡ йүнәлештә барған өлкән йәштәге ҡатынды бәрҙерә. Бәрҙергәндән һуң машина түңкәрелә, ҡатын дауаханаға илткәндә вафат була.
Енәйәттә ғәйепләнгән водитель транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Уның иҫерек килеш руль артына ултырғанын алынған анализдар раҫлаған. Республикала юл аварияларының күпселеге водителдәрҙең яуапһыҙлығы, эскән килеш руль артына ултырыуы арҡаһында теркәлә. Ғәмһеҙлек кеше ғүмерҙәрен ҡыя, күпме ҡайғы, күҙ йәше түгелә – барыһы ла эскелек һөҙөмтәһендә. Бәлки, был юл фажиғәһе кемдәргәлер ғүмерлек һабаҡ булыр?
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: