Әүҙемсе Рәмилә Сәйетова социаль селтәрҙә кәмһеткән өсөн 10 тәүлеккә ҡулға алынды.
Республика прокуратураһы мәғлүмәте буйынса, 2020 йылдың июлендә ул «Бәйләнештә» һәм «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә милләткә ҡағылышлы негатив фекерҙәр яңғыраған видеояҙма урынлаштырған. Атап әйткәндә, ханым, йәнәһе, республикала әрмәндәрҙең күпләп йәшәүе тураһында негатив фекерен белдергән.
Психолог-лингвистик тикшеренеү һығымтаһына ярашлы, видеояҙмала дошманлыҡ, нәфрәт (ыҙғыш) уятыуҙың, милли билдәһе буйынса кешенең дәрәжәһен төшөрөүҙең айырым билдәләре асыҡланған, тиелә прокуратура белдереүендә.
Сәйетоваға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.3.1-се статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатылған. Суд уны 10 тәүлеккә ҡулға алыу хаҡында ҡарар сығарған. Суд акты законлы көсөнә инмәгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1488698/