Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Август 2020, 16:25

Юлдарҙа 280 кеше һәләк булған

*

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә аҙна һайын юл-транспорт ваҡмғаларында һәм янғындарҙа һәләк булған кешеләр тураһында мәғлүмәт бирелә. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, уҙған аҙнала юлдарҙа 129 авария теркәлгән, уларҙа 200 кеше йәрәхәтләнгән һәм туғыҙ кеше һәләк булған. Асыҡланыуынса, йыл башынан аварияларҙа 280 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Был һандар менән Радий Хәбиров ҡырҡа риза булманы. Ул бер йыл эсендә һәләк булғандар һанын кәметеү бурысын ҡуйғайны. Тик, күренеүенсә, күрһәткестәр былтырғы менән тигеҙләнде.
– Һигеҙ ай эсендә 280 кеше һәләк булған, был бик насар. Беҙ 400-ҙән арттырмаҫҡа тип һөйләшкәйнек. Эйе, кешеләр үҙҙәре лә ғәйепле, юлда шәп елдерәләр һәм һәләк булалар. Тимәк, йәлләмәй штрафтар һалырға, видеокүҙәтеү камералары ҡуйырға кәрәк, республикала транспорт йөрөтөү мәҙәниәте барлыҡҡа килергә тейеш. Беҙҙә ул әлегә юғары түгел, эскән килеш рулгә ултырыусылар күп. Был мәсьәләләр менән көнө-төнө шөғөлләнәбеҙ. Йыл аҙағында ҡуйылған бурыс үтәлергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар буйынса хәлдәр менән таныштырҙы. Үткән аҙнала 159 янғын булып, унда өс кеше һәләк булған. Был йәһәттән күрһәткестәр яҡшырған, былтырғы менән сағыштырғанда үлгән кешеләр һаны 32-гә кәмегән. Ике урман янғыны теркәлгән.
Уҙған аҙнала һыу ятҡылыҡтарынан өс кешенең кәүҙәһен сығарғандар. Улар буйынса тикшереү эштәре башланған. 15 кеше бейеклектән ҡолаған, берәү һәләк булған, 11 кеше, шул иҫәптән өс бала, дауаханала. Урманда юғалған 17 кеше табылған, уларҙың береһе бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк булған, ҡалғандар иҫән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: