Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Август 2020, 13:45

Әгәр Рәмил ағай осрамаһа...

62 йәшлек ир-уҙаман 12 йәшлек баланы үлемдән ҡотҡарған.

28 августа 62 йәшлек Рәмил Хөсәйенов 12 йәшлек баланы һыуға батыуҙан ҡотҡарған.

Төш мәлендә балыҡ ҡармаҡларға килгән ир үҙенең нимәгә тарырын күҙалламағандыр ҙа. Ағиҙел йылғаһының 27-се пристане тәңгәлендә ул ярҙамға саҡырған тауышты ишетә һәм йылғала бер баланың ағым менән айҡашҡанын күрә.
Балыҡсы күп уйлап тормай малайҙы ҡотҡарырға ташлана. Һыуҙа аяғын көҙән йыйырыуға ла иғтибар итмәй, батып барған баланы һөйрәп сығара, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, "Ашығыс ярҙам" саҡырта.
Ярай әле, бәхеткә күрә ул шул мәлдә шул урындан үтеп барған, юғиһә хәл-ваҡиғаның ни менән бөтөрөн күҙаллауы ла ҡурҡыныс. Ә бит яр буйында тағы бер машина торған, тиҙәр, ундағы ир менән ҡатын шау-шыуҙы ишетһә лә, туҡталып тормай, ултырып киткән.

- Ирем баланы ярҙан 20 метр алыҫлыҡта, ағымдың көслө ерендә, тотоп алған. Һыуҙан сығарғас, яһалма тын алдырҙым, табиптарҙы саҡырттым, ти. "Нексия" автомобиле ирем һыуҙағы балаға ярҙамға ташланғансы уҡ ҡуҙғалып киткән, - тип һөйләй ваҡиға тураһында балыҡсының ҡатыны.

Юлдарҙа шундай изге күңелле, кеше бәләһенә битараф булмаған кешеләр генә осраһын, ә иң яҡшыһы - ундай бәхетһеҙлеккә тарырға яҙмаһын, ата-әсәләр балаларынан күҙ яҙлыҡтырмаһын.

Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: