Фликер (яҡтылыҡ ҡайтарғыс) – йәйәүлеләрҙе алыҫтан күрһәткән ялтырауыҡ билдә генә түгел. Ул кешене иғтибарлы булырға өндәй. Ҡара төҫтәрҙәге кейем кейгән йәйәүлеләр ҡараңғы ваҡытта, насар һауа шарттарында бөтөнләй күренмәй тиерлек.
Балалар кейемдәре етештереүселәрҙең күбеһе уларҙың матур һәм уңайлы булыуы тураһында ғына түгел, ә йәйәүленең хәүефһеҙлеген дә хәстәрләп, яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтар - курткаларҙа һүрәттәр, төрлө һыҙаттар ҡуллана. Кейем һайлағанда тап шундай моделдәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки фликерҙарҙы үҙең һатып алып, сумкаға, курткаға, санаға, коляскаларға, велосипедтарға йәбештерергә була, тигән кәңәш бирә белгестәр. Тап яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтарҙы ҡулланыу ҡараңғыла йәйәүлеләрҙең транспорттан тапалыу хәүефен 6,5 тапҡырға кәметә.