Дәүләкән районының Ҡәҙерғол ауылында юл фажиғәһе теркәлә. Көпә-көндөҙ велосипедта елгән 64 йәшлек урындағы кеше идараны юғалтып, йөк тейәлгән ЛТЗ-55 тракторының тағылмаһына барып бәрелә һәм тапала.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, оло йәштәге ир алған йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында йән бирә.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.