Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Август 2020, 11:58

Ошо егет булмаһа, бала яныр ине...

Башҡалар машинаның нисек янғанын күҙәтеп тик торған

М5 трассаһының Башҡортостан биләмәһендә бер водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып, икенсе автомобилгә бәрелә, һөҙөмтәлә машинаһы ситкә осоп барып төшөп, яна башлай.
Шул саҡта 32 йәшлек хәрби хеҙмәткәр Асман Хомутов ҡатыны менән ошо уҡ юлдан китеп барған була. Ул байтаҡ кешенең автомобилдең нисек янғанын күҙәтеп торғанын, әммә ярҙам итмәүен күрә.
Егет фажиғә урынына йүгереп барғас, водителгә инде ярҙам итеү мөмкин түгеллеген аңлай, ә янындағы бала иҫән була, ул хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырып сыға алмаған. Шулай итеп, Асман малайға ярҙам итә, үлемдән ҡотҡара.
Әгәр ул да башҡалар кеүек күҙәтеп кенә торһа, хәл ни менән тамамланыр ине?.. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙер торһаҡ ине.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: