Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Август 2020, 12:09

Хәйер аҡсаһын алып, мәсеткә ут төрткән...

Иман йортоноң ишеге, түбәһе эшлектән сыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары аҡса өсөн ошондай яман аҙымға барған енәйәтсене эҙләй.

26 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған янғын 53 йәшлек ҡатындың ғүмерен ҡыйған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ут күп фатирлы йортта башланған.
Күрһәтелгән адрес буйынса сыҡҡан ҡотҡарыусылар янғынды тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көл-күмер араһында янған үле кәүҙә лә табыла. Ул - 53 йәшлек ҡатын, янғын сыҡҡан фатир хужабикәһе. Алдан фаразлауҙар буйынса, фажиғәнең сәбәпсеһе - яман ғәҙәт - һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө.
Ә Әбйәлил районындағы янғынды яман уйлы әҙәм күрәләтә ойошторған - ул хәйер аҡсаһын талағандан һуң, бурлығын йәшерер өсөн, мәсеткә ут төрткән. Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл 24 август төнөндә булған. Утты һүндергәндә ҡотҡарыусылар хәйер ҡумтаһының асыҡ торғанын күргән, ти ауыл хакимиәте башлығы. Тәфтишселәр ҙә билдәһеҙ әҙәмдең янғындан алда мәсеттең тәҙрәһен ярып эскә ингәнен, тимер ҡумтаны ватып, йыйылған аҡсаны алғанын (10 мең һум самаһы), шунан эҙен йәшерер өсөн мәсеткә ут төрткәнен асыҡлаған.

Иман йортоноң ишеге, түбәһе эшлектән сыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары аҡса өсөн ошондай яман аҙымға барған енәйәтсене эҙләй.

2020 йылда ғына республикала 7962 янғын теркәлеп, 148 кеше янып үлгән. Ут сығыуҙың яртыһы тиерлек - 48 проценты - тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүҙән.

Фото: sterhluki.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: