Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Август 2020, 10:42

Алты балалы ғаилә урамда тороп ҡалғайны...

Кемдер - ҡул көсө, икенселәр - аҡса, өсөнсөләр төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә.

Иҫегеҙҙәлер, ике аҙна элек Архангел районының Сухополь ауылында янғын сығып, алты балалы ғаиләнең бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалғаны тураһында яҙғайныҡ.
Яңы уҡыу йылы етә, ә балаларҙың бар әйбере утта янып көлгә әүерелгән, документтар юҡ... Ауылдаштар шунда уҡ ишле ғаиләгә ярҙам итә башлай, уҡыу кәрәк-яраҡтары туплана, документтарҙы тергеҙеүгә тотоналар.
Вәлиевтәрҙең бәләһе башҡа райондар кешеләрен дә битараф ҡалдырманы. Улар ишле ғаиләгә яңы йорт һалыуҙа ярҙам итеүгә тотондо. М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды командиры Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, әле төҙөлөш майҙанында эш ҡайнай, ауылдаштар, предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар - барыһы ла ошонда. ”Элек халыҡ өмәләр яһап, бер-береһенә ярҙам итешкән, был йоланы тергеҙергә кәрәк”, ти ул.
Кемдер - ҡул көсө, икенселәр - аҡса, өсөнсөләр төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә. Мәҫәлән, Рөстәм Хөснуллин һәм улы Салауат районынан таҡталар килтергән. Улар Вәлиевтәр менән таныш та түгел. ”Мин ғаилә башлығының хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан кеше икәнен генә беләм”, - ти Рөстәм.
Ғаилә башлығы Айрат Вәлиев Чечнялағы ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветеран ғына түгел, алты балаға бына тигән атай ҙа. Әле улар ваҡытлыса ата-әсә йортона һыйынған. Яңы өйҙө район үҙәгендә алынған участкала төҙөргә ҡарар иткәндәр. Бураны дәүләт биргән. Көҙ уртаһына тиклем төп эштәрҙе тамамламаҡсылар.
Фото: Bash.news
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: