Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Август 2020, 20:08

Үлән араһында йоҡлап ятҡанда...

Өҫтөнә трактор килеп менә

Ошо көндәрҙә республиканың Шаран районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. 25 августа Соколовка ауылы янында тракторсы автоприцеп таҡтырып баҫыуға эшләргә сыға. Ауыл хужалығы эштәрен башҡарып йөрөгән саҡта, водитель ауыр техникаһы менән үлән араһында йоҡлап ятҡан ирҙе тапай. Ул 47 йәшлек ошо ауыл кешеһе булып сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бик ауыр йәрәхәттәр ала һәм табиптар килеп еткәнсе урында үлеп ҡала. Билдәле булыуынса, ул иҫерек булған. Күрәһең, эсеп “арыған” ир ҡайҙа етте шунда ятып ял итергә булған.
Фажиғәнең сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлай.
Был осраҡта кемде нығыраҡ йәлләргә? Үҙенең яуапһыҙлығы арҡаһында шул тиклем мәғәнәһеҙ ғүмере өҙөлгән иҫерек ирҙеме, әллә эшләргә тип сыҡҡан һәм, әлбиттә, ҡуйы үлән араһында ятҡан кешене күрмәй яңылыш үлтергән эшсенеме?
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: