Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Август 2020, 22:17

Юлда автомобиленең тәгәрмәсе шартлап...

*

Кисә төнгө сәғәт өс тирәһендә Затон шоссеһында "Voikswagen Passat" водителе юл ситендәге парапетҡа барып менә. 24 йәшлек Дәүләкән егете була ул.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бәлә сәбәбе - автомобилдең тәгәрмәсе шартлауы. Водитель аварияла күп төрлө тән йәрәхәттәре алған. Бәхеткә күрә, иҫән.
Бәләгә тарымаҫ өсөн, юлға сығырҙан алда транспортты ентекле тикшереп, тиҙлекте саманан тыш арттырмай, иғтибарлылыҡты юғалтмай йөрөү зарур, тип тағы бер тапҡыр иҫкәртә ЮХХДИ хеҙмәте. Имен-аман булайыҡ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: