Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Август 2020, 00:26

Дүрт кеше һыуға батҡан

Туғыҙ яҡташыбыҙҙың ғүмере аварияларҙа өҙөлдө, өс кешенеке - бейеклектән ҡолап...

Аҙна һайын Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев – авариялар һәм уларҙа һәләк булған кешеләр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындарҙа үлгәндәр, һыуҙа батҡандар һәм башҡалар тураһында һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һандар ҡыуандырмай.
Шулай үткән аҙнала республикала 68 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, уларҙа 75 кеше йәрәхәтләнгән һәм туғыҙ кеше һәләк булған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, авариялар һәм уларҙа йәрәхәтләнгәндәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда кәмегән, тик бына үлгәндәр һаны арта башлаған.
Республикала иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр менән көрәш дауам итә. Уларға ҡаршы көн һайын рейдтар үткәрелһә лә, һандар һаман кәмемәй. Был аҙнала ғына 304 кеше тотолған, уларҙың 214-е – ял көндәрендә.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала 100 янғын булған, уларҙа ике кеше үлгән. Янғындарҙа һәләк булғандар һаны былтырғы менән сағыштырғанда 34 кешегә кәмегән. Комитет рәйесе Дәүләкән районында булған завод янғынына туҡталды. Алты мең квадрат метр майҙанда тоҡанған ҡурҡыныс утты ваҡытында һүндерә алғандар, эштә 100-ҙән ашыу кеше һәм бер нисә тиҫтә берәмәк техника ҡатнашҡан. Унда һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ. Был осорҙа урман янғындары теркәлмәгән.
Үткән аҙна һалҡын һәм ямғырлы торҙо. Әммә тағы дүрт кеше һыуҙа батып үлгән. Күпселек - балыҡсылар. Туғыҙ кеше бейеклектән ҡолаған, уларҙың өсәүһе һәләк булған. Йәрәхәтләнгәндәр араһында балалар ҙа бар. 28 кеше урманда юғалып, 27-һе тере килеш табылған. Учалы районында бәшмәк йыйырға тип киткән ир үле килеш табылған, уны ағас баҫҡан.
38 сауҙа үҙәгенә бомба һалынған тигән хәбәр килеп, ете мең кешене эвакуациялағандар. Һөҙөмтәлә шартлатҡыстар табылмаған.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: