Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Август 2020, 12:11

Уйындан уймаҡ сыҡҡан

.

22 августа Өфөнең Черниковка биҫтәһендә фажиғә була. Бында 8 йәшлек ҡыҙҙың үле ҡәүҙәһен табалар. Уның ҡәүҙәһен осраҡлы ғына үтеп барыусылар шәйләп ҡала.
Тикшереү барышында шуныһы асыҡлана: ҡыҙ үҙен быуып үлтереүселәр менән таныш булған
. Ә ваҡиғаның айышы былай була: 22 августа ҡыҙҙың әсәһе балаһының иптәштәре менән сығып китеүе һәм кире ҡайтмауы хаҡында полицияға хәбәр итә. РЕН ТВ мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙ фажиғә алдынан 10 һәм 13 йәшлек иптәш малайҙары менән «эт кайфы» тигән мәғәнәһеҙ уйын ваҡытында һәләҡ була. Был уйындың аҫылы шунда булған: улар береһен-береһе аңдарын юғалтҡансы быуғандар. Ҡыҙҙың уйын ваҡытында үлгәнен аңлап ҡалған малайҙар башта был урындан ҡасҡандар. Аҙаҡ кире килеп ҡыҙҙы сисендереп , ҡәүҙәһен йылғаға ырғытҡандар. Әле был үҫмерҙәр менән тәфтишселәр эш алып бара.
Р.ҒАЯЗОВА.
Автор: Римма Галимова
Читайте нас: