Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Август 2020, 23:43

Ун тәүлеккә ултыртҡас, аҡылға ултырған...

Спиртлы эсемлек эсеү уның өсөн насар тамамланған.

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы суд приставтары автомобилдә эскән килеш йөрөгән ирҙән 30 мең һум штрафты түләттереү өсөн башҡарыу эше ҡуҙғата.
Суд ҡарарын үтәү мотлаҡ булыуына ҡарамаҫтан, ир штрафты түләргә ашыҡмай, һөҙөмтәлә был яуапһыҙлығы өсөн ул иркенән һәм милкенән мәхрүм ителә.
Башҡарыу органы хеҙмәткәрҙәре административ штрафты ваҡытында түләмәгән өсөн ирҙе асыҡлап, Рәсәйҙең Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттыра. Суд алдан сығарылған яза менән иҫәпләшмәгән иргә ун тәүлек административ арест тәғәйенләй. Бынан тыш, суд приставтары уның “Хэндай Акцент” автомобилен һаҡ аҫтына алып, уны махсус туҡталҡаға ҡуя.
Бындай етди язаны татыған бурыслы иреккә сығыу менән бер нисә көн эсендә 30 мең һум күләмендәге штрафты түләй һәм автомобилен ҡайтарыуға өлгәшә.
Фото: БР Суд приставтары идаралығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: