Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2020, 11:27

Тотош завод яна

Ут ҙур майҙанды биләгән – алты мең квадрат метр самаһы. Янғын ҡыйыҡҡа тоҡанған...

Бөгөн, 22 августа, Дәүләкән ҡалаһында урындағы кирбес заводында янғын сыҡҡан.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр килгән, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы начальнигы Марат Латипов та ваҡиға урынына барған.
Ут ҙур майҙанды биләгән – алты мең квадрат метр самаһы. Янғын ҡыйыҡҡа тоҡанған. Ут һүндереүселәр заводты төрлө яҡтан һүндерә башлаған.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынына өҫтәмә көстәр һәм техника килтерелгән. Зыян күргәндәр тураһында мәғлүмәт юҡ, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Урындағы халыҡ иһә ҡот осҡос ҙур янғындың фотоларын социаль селтәрҙәрҙә тарата. Төтөн бағаналарын ҡаланың төрлө тарафтарынан күрергә мөмкин.
Дәүләкән заводы ҡыҙыл кирбес етештерә, ул республика һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә лә билдәле.
Фото: “Комсомольская правда”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: