Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2020, 12:49

Тимер өйөмөнә әүерелгән...

ЗИЛ менән "ВАЗ" бәрелешкән. Асыҡланыуынса, рулдәге 37 йәшлек ир...

Дәүләкән районында ике автомобиль бәрелешкән.
Бишенсе моделле “ВАЗ” менән ЗИЛ йөк машинаһы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы 20 августа киске сәғәт туғыҙ тирәһендә булған. Ул Дәүләкән районы биләмәһендә Дәүләкән - Бүздәк юлының унынсы километрында теркәлгән.
Был хаҡта республиканың ЮХХДИ идаралығы хәбәр итә. Бәрелешеү шул тиклем көслө булған: “ВАЗ” автомобиленән тимер өйөмө генә ҡалған.
Асыҡланыуынса, “ВАЗ”ға 37 йәшлек ир идара иткән, ул ҡаршы һыҙатҡа сығып, йөк машинаһына барып бәрелгән.
Еңел машина водителе дауаханаға оҙатылған, ЗИЛ автомобиленә лә, водителенә лә бер нәмә лә булмаған.
Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
20 августа иһә бер тәүлектә республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән.
Фото: ЮХХДИ идаралығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: