Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2020, 22:33

Ҡара кейемле кеше юлда ятҡан...

Мопед водителе ваҡиға урынында йән бирә.

Кисә республика юлдарында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 16 кеше имгәнгән, икәүһе һәләк булған.
ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Дүртөйлө районында "Daewoo Nexia" автомобилендәге 21 йәшлек водитель 41 йәшлек йәйәүлене тапата. Зыян күргән ҡатын төрлө ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Водитель белдереүенсә, ҡара кейемле йәйәүле юлда ятҡан, яҡтыртҡыстары булмаған. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланған, авария сәбәптәре өйрәнелә.
Төндә Шишмә районында ла сираттағы үлемесле авария теркәлгән. Новотроицк ауылында йәшәгән 52 йәшлек ир мопеды менән "KIA Stinger" автомобиленә төкөп, "Daewoo Nexia" менән бәрелешә. Мопед водителе ваҡиға урынында йән бирә, уның 42 йәшлек пассажиры ҡаты йәрәхәтләнә. Асыҡланыуынса, был водитель транспортҡа иҫерек килеш идара иткән өсөн таныҡлығын алдырған булған. Әле авария сәбәптәре тикшерелә.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу, эскелек сәбәпле күпме ғүмер ҡыйыла, күпме ҡайғы-хәсрәт кисерелә... Барығыҙға ла хәйерле юл теләйбеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: