Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2020, 23:04

Алты балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...

1 сентябрҙә балаларға мәктәпкә барырға кәрәк, ә форма, рюкзак, бар кәрәк-яраҡ көлгә әйләнгән...

Архангел районының Сухополь ауылында йәшәгән күп балалы ғаилә күҙ асып йомғансы йортһоҙ ҡалды. Бәхеткә күрә, был ваҡытта өйҙә бер кем дә булмаған. Ут бер нәмәне лә ҡалдырмай, көл-күмергә әүерелдергән.
Әле Вәлиевтәр алты балаһы менән ата-әсәһенең бәләкәй генә йортонда көн күрә. Аҙна үтһә лә, янғын урыны төтәп ята. Был көндә улар күршеләрендә була, кемдер мунса инә. Янғынды күреп, Гөлзифа уны һүндерергә ташлана. Тик инде һуң була, һарай яна, ә уның башындағы бесән гөлтләп китеп йортҡа күсә.
Әле ауыл хакимиәте документтарҙы тергеҙергә ярҙам итә, ваҡытлыса торлаҡ бүлгәндәр, тик унда йәшәү шарттары насар. Ғаиләгә ярҙам кәрәк, үҙҙәренең генә йорт төҙөргә ҡулдарынан килмәйәсәк.
1 сентябрҙә балаларға мәктәпкә барырға кәрәк, ә форма, рюкзак, кәрәк-яраҡ көлгә әйләнгән. Ауылдаштар уларға ярҙам ойошторған. Бынан бер нисә йыл элек Архангелдә ғаиләгә йорт төҙөү өсөн биләмә биргән булғандар. Улар шунда йорт һалырға ниәтләй. Ауылдаштары өйҙө күтәрешергә әҙер, тик төҙөлөш материалдары кәрәк. Ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр булһа, ошо картаға аҡса күсерергә мөмкин: Һаҡлыҡ банкы, 8-962-52-91-091, Вәлиева Гөлзифа Мирсәйет ҡыҙы. Ғаилә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә.
Фото: Bash.News
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: