Ауырғазы районының Талбазы ауылы янындағы быуала 44 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ирҙең балыҡҡа барғанда батыуы асыҡланған. Уның кәүҙәһен урындағы халыҡ үҙе һыуҙан сығарған һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йылға-күл буйҙарына яңғыҙ бармағыҙ, спиртлы эсемлектәр ҡулланып, һыуға төшмәгеҙ.