Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2020, 12:19

13 кеше аҙашҡан

Урманға юлланғандарға бер нисә кәңәш еткерәбеҙ.

Республика урмандарында аҙашҡандар һаны күбәйгән, был бәшмәк йыйыу осоро менән дә бәйле.
Мәҫәлән, 16 августа Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылы эргәһендә 1976 йылғы ир юғала. Ҡотҡарыусылар уны дүрт көн дауамында эҙләгәс кенә таба.
Дөйөм алғанда, уҙған тәүлектә 112 системаһына 13 кешенең урманда юғалғаны тураһында ун мөрәжәғәт килә. Ҡотҡарыусыларҙың тырышлығы арҡаһында барыһы ла иҫән-һау табыла.
Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн урманға юлланғандарға бер нисә кәңәш:
* Аяҡ кейемегеҙ уңайлы, таймай торған табанлы, ныҡлы булһын. Баш кейеме алырға онотмағыҙ. Өҫтөгөҙгә сағыуыраҡ кейем һайлағыҙ, аҙашҡан осраҡта ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу еңелерәк буласаҡ.
* Тәбиғәткә юлланғанда үҙегеҙ менән компас, бысаҡ, бер аҙ эсәр һыу һәм ризыҡ алығыҙ. Әгәр даими рәүештә дарыу ҡулланһағыҙ, был хаҡта ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын кеҫә телефонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.
* Әгәр ҙә аҙашһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ. Тирә-йүнде иғтибар менән тыңлағыҙ – тауыштар, машина шауы, эттәр өрөүе ишетелмәйме? Әгәр ниндәй ҙә булһа тауыш килһә, шул яҡҡа табан барығыҙ. Атлаған ыңғайы билдәләр ҡалдырығыҙ. Мөмкин булһа, ағас башына менеп, тирә-йүнде байҡағыҙ.
* Әгәр ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ. Мөмкин тиклем нығыраҡ тауыш сығарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, таяҡ менән ағастарға һуғығыҙ - урманда шаңдау бик алыҫҡа тарала. Әгәр сығыу юлын таба алмаһағыҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек йоҡлар урын хәстәрләгеҙ, ул ҡалҡыу, ҡоро ер йәки ҙур ағас булһын.
Фото: novosti44.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: