Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Август 2020, 11:16

Ул туғандарын үлтергән, тиҙәр...

"Ошо кеше тураһында берәй мәғлүмәт белеүсе булһа, кисекмәҫтән полицияға шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ".

Башҡортостанда полиция ауыр енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған Дүртөйлө районы кешеһен эҙләй.

Ир яҡынса 44-45 йәштәрҙә, буйы 170 см тирәһе, мыҡты кәүҙәле, түңәрәк йөҙлө, ҡалын ҡашлы, ҡара-һоро шыма сәсле, уң ҡулында татуировкаһы бар. Ҡыҫҡа еңле күлдәк, ҡара төҫтәге салбар кейгән булырға тейеш.

Уның тураһында берәй мәғлүмәт белеүсе булһа, кисекмәҫтән полицияға шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ, тип граждандарға мөрәжәғәт итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

"Башинформ" агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эҙләүгә бирелгән әҙәм туғандарын үлтереүҙә шик аҫтына алынған.

Фото: Горобзор.ру
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: