Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Август 2020, 22:40
Бирешмә, Михаил!
Бынан бер нисә йыл элек уның ҡатыны һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған, ә быйыл өс балалы атайҙың йорто ла янып киткән...
Ошо көндәрҙә баш ҡалала “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумы үтте, форум барышында “Атайҙар даны” ижтимағи наградаһын тапшырыу сараһы ла үтте, тип хәбәр иткәйнек. Республиканың арҙаҡлы атайҙары менән таныштырыуҙы артабан дауам итәбеҙ.
Улар араһында Благовар районының Языков ауылынан Михаил Федоров та бар ине.
49 йәшлек ирҙең иңенә бер-бер артлы ауыр һынауҙар ятһа ла, ул бирешмәгән, бар тормошон өс балаһына бағышлаған.
Михаил Викторович хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән, хаҡлы ялға майор званиеһында сыҡҡан. Өс бала үҫтереп, матур итеп донъя көткәндә уларҙың йортона көтмәгәндә ҙур бәлә килгән: Михаилдың ҡатыны, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, хеҙмәти бурысын атҡарғанда һәләк булған.
Михаил Викторовичтың рухи көсөнә һоҡланылыҡ: ошо мәлдән алып өс бала өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған, әле уларҙы яңғыҙ тәрбиәләй. Ике улын һәм ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу өсөн атай бөтәһен дә эшләгән. 2019 йылда өлкән улы мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған һәм, ғаилә йолаһын дауам итеп, Ҡазандағы юғары хәрби училищеға уҡырға ингән. Бәләкәстәре Настя менән Саша ла тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, аталарының төп ярҙамсыһына әүерелгән.
Унан тыш, Михаил Федоров үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн дә күп көс түгә: ул Рәсәй ДОСААФ-ының Благовар районы бүлексәһенә етәкселек итә, “Юнармия” штабы менән хеҙмәттәшлек алып бара, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының бүлексәһен асырға ниәтләй.
Әммә... Тормошо яйланып, эштәре уң ғына барғанда, Михаил Федоровтың иңенә тағы ла оло һынау ята: быйыл майҙа күп балалы атайҙың йорто янып киткән. Ут барлыҡ әйберҙәр менән бергә документтарҙы ла көлгә әүерелдергән.
Битараф булмағандар Михаил Викторовичҡа хәленән килгәнсә ярҙам итһә лә, ир кеше һаман да битараф булмағандарҙың иңенә мохтаж. “Атайлыҡ даны” наградаһын алыу уға рухи көс өҫтәгәндер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Bireshm--Mihail-422063/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?