Стәрлетамаҡта йәшәгән 23 йәшлек Артур Әхмәтов менән уның һөйгән ҡыҙы Полина Кретова АҠШ-тың Луизиана штатында автомобиль аварияһында һәләк булған.
Ҡайғыға тарыған туғандары һәм яҡындары уларҙың мәйетен тыуған яҡҡа алып ҡайтырға теләй. Быны хәл итеү ҡатмарлы - пандемия, транспорт мәсьәләһе, документтар әҙерләү, 15 мең долларлыҡ сығымдар - барыһы ла еңел генә бирелмәйәсәк.
Йәштәр Америкаға бер нисә йыл элек студенттар программаһы буйынса бара, ә былтыр унда йәшәргә ҡалырға булалар. Өйләнешергә, бергәләп тормош ҡорорға план ҡоралар, тик яҙмыш бөтә яҡты уйҙарҙы селпәрәмә килтерә. Әле Артурҙың туғандары Хьюстондағы Рәсәй консуллығы менән документтар әҙерләй.
Уларҙы әҙерләү генә лә дүрт аҙнаға һуҙыласаҡ. Мәйеттәрҙе кремациялаясаҡтар, башҡа сара юҡ. Яҡташыбыҙ ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр булһа, ошо телефон номерына беркетелгән банк картаһына теләгән сумманы күсерә ала: 8-965-921-94-01 (Артур исемендә).