Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Август 2020, 11:10

63 йәшлек ир әрәм...

Юлдағы үлемесле ваҡиғаның сәбәбе ниҙә?

Үткән төндәрҙең береһендә Краснокама районында үлемесле авария була. Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлының 70-се километрында ВАЗ-2114 автомашинаһында йәш водитель йәйәүлене бәрҙерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 63 йәшлек ир тән йәрәхәттәренән йән бирә. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәйәүле ҡараңғы ваҡытта юлға ҡапыл килеп сыҡҡан, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырғыс та ҡуйылмаған. Әле һәләкәт булған урында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Хөкүмәтенең юл ҡағиҙәләренә ингән яңы пунктына ярашлы, йәйәүлеләр ҡала һәм ауыл ерҙәренән ситтә юл йөрөгәндә кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Бындай сара йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын күпкә кәметеү мөмкинлеген бирә.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: