Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Август 2020, 13:25

Йәш ғүмерҙәр йәл...

Тормоштағы бер уңышһыҙлыҡ та, яуапһыҙ мөхәббәт тә кеше ғүмеренә торошло түгел!

Нефтекама ҡалаһында халыҡты тетрәндергән ваҡиға теркәлде. Тәҙрәнән ҡолаған егеттең ғүмере өҙөлдө.
Шаһиттарҙың әйтеүенсә, фажиғә балаларҙың күҙ алдында була. Ваҡиға урынына табиптар ваҡытында килеп етә, тик бәләгә тарыусыны ҡотҡара алмайҙар. Уның “йәшәгем килмәй!” тип ҡысҡырғанын ишеткәндәр ҙә булған, тик бындай фажиғәгә барыу сәбәбен әлегә асыҡлай алмайҙар.
Фараздар төрлө, тәфтиш хеҙмәткәрҙәре тикшереү эшен башлаған. Күршеләренең әйтеүе буйынса, бындай аҙымға яуапһыҙ мөхәббәттең этәреүе мөмкин. Ҡыҙыулыҡ менән, уйламай эшләнгән ғәмәлдәр арҡаһында ғүмерҙәрен өҙгән йәштәр йәл. Тормоштағы бер уңышһыҙлыҡ та, яуапһыҙ мөхәббәт тә кеше ғүмеренә торошло түгеллеген аңлата белмәйбеҙҙер, күрәһең. Балаларыбыҙға иғтибарлы булайыҡ.
Фото:Sm-news.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: