Үткән аҙнала республикала авариялар бик күп теркәлде. Шуларҙың береһе: йома көндө Өфөлә, Черниковка биҫтәһендә светофорҙың йәшел билдәһенә бәләкәй ҡыҙы менән сығып барған ҡатынды ҡиммәтле “Тойота Рав4” автомобиле бәрҙерҙе. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул 24 йәшлек Өфө кешеһе Алина һәм уның алты йәшлек ҡыҙы булып сыҡты. Шуныһы: ҡатын ауырлы булған...
Был авариянан һуң бер нисә көн үткәс ауырлы Алина һәләк булған тигән мәғлүмәт таралды. Әммә аҙаҡ мәғлүмәтте Һаулыҡ һаҡлау министрлығында тикшерҙеләр һәм кире ҡаҡтылар: Алина ла, уның ҡыҙы ла ауыр хәлдә булһалар ҙа, иҫәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты бәрелеш ауырлы ҡатын өсөн эҙһеҙ үтмәй: табиптарҙың тырышыуына ҡарамаҫтан кисә Алина сабыйын юғалтты.
– Бәпес тыумаясаҡ, ул китте. Алинаға кесарево операцияһы эшләп, уны алдылар. Алинаның һынмаған ере ҡалмаған, уға бик оҙаҡ һауығырға тура киләсәк. Табиптар уның ғүмеренә хәүеф янамай ти, тик умыртҡа һөйәге зыян күргән. Ул әлегә атлай ала, аҙаҡ ни булырын белмәйбеҙ. Ейәнсәребеҙҙең хәле яҡшыра башланы, – тигән “КП-Уфа” баҫмаһына Алинаның әсәһе.
Аварияға килгәндә, уны 20 йәшлек кенә ҡыҙ тапатты. Аварияның видеояҙмаһын тыныс ҡына ҡарап булмай: йәшел төҫкә сығып барған әсәле-ҡыҙлыны ҡапыл әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ҙур машина бәрә. Ауырлы ҡатын һауаға осоп китә һәм әйләнеп барып төшә. Ҡыҙы ла әллә нисә мерға осоп барып ята. Шунда уҡ башҡа водителдәр ярҙамға ашыға, кемдер килтереп өҫтәренә курткаһын яба. Ә ғәйепле ҡыҙ... сығып тәүҙә машинаһын ҡарай һәм шунан һуң кемгәлер шылтырата башлай.
Аҙаҡ водитель ҡыҙ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә “мин уларҙы автобус артынан күрмәнем” тип һөйләй.
– Мин былҡылдап торған йәшелгә һуңғы булып үттем. Уң яҡтан автобус килә ине, уның арҡаһында бер нимә лә күренмәне. Ҡатын менән ҡыҙы әллә ҡайҙан ҡапыл килеп сыҡты, мин уларҙы күрмәнем, – ти ул.
Тик был аварияның күп һанлы шаһиттары белдереүенсә, бер ниндәй ҙә автобус уға ҡамасауламаған. Видеояҙмала ла автобус бөтөнләй икенсе яҡтан үтеп киткәне күренә.
– Мин иң беренсе булып сыҡтым һәм тәүҙә бала янына, аҙаҡ ҡатын янына килдем. Водитель үҙенең йәшел светофорға барыуы тураһында һөйләп маташҡанын ишеттем. Ул үҙен ғәйепле тоймай ине һәм йәрәхәтләнгәндәр янына барырға ла уйламаны. Үҙен бик ышаныслы тотто, борсолорға уйы ла юҡ ине. Ул махсус рәүештә газға баҫты, килгән кешеләрҙән алдараҡ үтергә тырышҡандыр, – тип һөйләй аварияның шаһиты Сергей О.
Әле был хәлдә хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә. Водителгә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тик Алинаның әсәһе белдереүенсә, йәш водителдең туғандары бик йоғонтоло кешеләр һәм эште юҡҡа сығарыуҙары бар.
Кемдеңдер иғтибарһыҙлығы, тәккәберлеге арҡаһында көтөп алынған сабый ғына был донъяға килмәйәсәк. Бик йәл. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ.