Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Август 2020, 10:49

"Ларгус" менән "Приора" бәрелешкән.

Үлемесле авария Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән.

Кисә төнөн Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль трассаһының 20-се километрында "Лада Ларгус" менән "Лада Приора" автомобилдәре бәрелешә. Ваҡиға урынында "Лада Приора" руле артында ултырған 30 йәшлек водитель вафат була. Шулай уҡ автомашинаның 56 йәшлек пассажиры ла төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Башҡоростан республикаһы буйынса дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынында белгестәр эшләй, улар авария сәбәптәрен асыҡлай.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүенсә, һауа торошоноң ямғырлы һәм йәшенле булыуы көтөлә. Был үҙ сиратында юл-транспорт аварияларына төп сәбәп булып тора ла инде. Шуға күрә водителдәргә алыҫ юлдарға сыҡҡанда юлда үтә иғтибарлы булырға талап ителә. Юлдарығыҙ - имен, яҡындарығыҙ янына имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: пресс-служба ГИБДД РБ
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: