Был аҙна Әбйәлил районы юлында булған авариялар барыһын да һиҫкәндермәй ҡалмағандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһында ла кеше ғүмерҙәре өҙөлдө. Кисә Озерное-Күсем руднигы автомобиль юлында йәнә бер үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әбйәлил ҡасабаһынан 1998 йылғы водитель ВАЗ 2107 автомобиле менән юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. "Тиҙ ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе, ул ваҡиға урынында йән биргән. Вафат булыусының транспортҡа идара итеү таныҡлығы булмауы асыҡланған. Әле авария сәбәптәре тикшерелә.
Кисә республика юлдарында бөтәһе 18 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда биш кеше һәләк булған, 22 -е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Абзелил" гәзите сайтынан.