Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Август 2020, 23:52

Урманда кеше үлгән

Урман ауылындағы элекке хәрби часть биләмәһендә тағы бер фажиғә

Иглин районының Урман ауылында элекке хәрби часть биләмәһендә тағы бер фажиғәле хәл - эшсе, снаряд йыйғыс ауыр техниканың тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып, һәләк булған. "Машинист ерҙә эшләгән ирҙе күрмәгән. Ул был ауыл кешеһе түгел, подряд ойошмаһы эшсеһе" тигән был ваҡиға тураһында хәбәрҙар шаһит.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Урманда 2011 йылдағы шартлау һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғын ваҡытында туҙышҡан снарядтарҙы йыйыу һәм туплау эштәре бара. Ул саҡта хәрби часты тараттылар, ә биләмәне таҙартыу әле һаман дауам итә. Бында былтыр тендерҙа еңгән Калининградтан подрядсы ойошма эшләй. Шулай уҡ быйыл июль аҙағында ла ялланып эшләгән ошо ауыл кешеләре снаряд шартлауҙан зыян күргәйне.

Ufa.Aif.ru хәбәрсеһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан был ваҡиғаның ысынбарлыҡҡа тап килеүе раҫланған.

Фото: twitter.com.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: