Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Август 2020, 23:42

Ауырлы ҡатын ауыр хәлдә, ә бала - комала...

"Автобус юлды ҡаплағанлыҡтан күрмәнем" ти ҙә ул..

Өфөнөң Комаров урамында 20 йәшлек ҡатын-ҡыҙ водителдең үткәүелдә йәшелгә сығып барған алты йәшлек баланы һәм уның әсәһен тапатҡаны, йәйәүлеләрҙең икеһе лә ауыр хәлдә булыуы тураһында яҙғайныҡ.

"Тойота" хужаһы әйтеүенсә, ул һүнергә торған йәшел утҡа сыҡҡан, ә алдағы автобус юлды ышыҡлаған, шунлыҡтан йәйәүлеләрҙе күрмәгән. Ә балалы ҡатын юлды сыҡҡанда телефондан һөйләшеп барып, шулай уҡ хәүефтең яҡынлағанын абайламаған. Ҡатын төрлө ауыр тән йәрәхәттәре алған, өҫтәүенә уның ауырлы булғанлығы билдәле, бәхеткә, эстәге яралғы зыян күрмәгән, уның хәл-торошон белгестәр күҙәтә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. 6 йәшлек бала әле комала, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә...

Водителдең ашығып, юл ҡағиҙәләрен һанламауы, йәйәүленең дә иғтибарһыҙлығы (былар видеояҙмала асыҡ күренә) арҡаһында ҙур аварияға юл ҡуйылды, бер секунд эсендә әсә менән баланың һаулығы зыян күрҙе, ғүмерҙәр селпәрәмә килә яҙҙы.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, өйҙәребеҙгә иҫән-һау ҡайтып етәйәк!

Фото: RUSdtp.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: