13 августа кис менән Өфөлә “Ихлас” мәсете янында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Унда дүрт машина бәрелешеп, ике кешенең һәләк булыуы асыҡланғайны.
Бөгөн иһә республиканың Башавтоинспекцияһы был аварияға аныҡлыҡтар индерҙе.
Шулай итеп, дүрт түгел, ә ете автомобиль бәрелешкән булып сыҡты. 38 йәшлек Өфө кешеһе “Тойота Ленд Крузер” автомобилендә тәүҙә “ВАЗ-2109” менән төкөшә. Ватан автомобиле “Хендай Элантра”, “ВАЗ-2115”, “Рено Каптюр” һәм “Ауди А6” машиналарына тейә. Был ваҡытта “Тойота” ҡаршы һыҙаттан килгән “Хендай Санта Фе” автомобиленә бәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң көслө бәрелеү “ВАЗ-2109” автомобиленә эләгә. Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, был машинанан тимер өйөмө генә тороп ҡалған. Авария урынында автомобилдең 38 йәшлек водителе һәм пассажиры һәләк була. Пассажирҙың кемлеге әле асыҡланмаған, иргә ҡарап тороуға 30-35 йәштәр самаһы.
Тағы ике пассажирҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр. Бөгөн иртән уларҙың береһе аңына килмәй вафат булған.
– Билдәле булыуынса, “Тойота” водителе быйыл ғинуарҙа иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн таныҡлығын алдырған булған. Был юлы ла ул эскән булған, медицина тикшереүе унда 1.2 промилле алкоголь булыуын асыҡланы, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Ә был ваҡытта республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса иҫерек водителдәр менән көрәш дауам итә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә рейдтар үткәреп, ундай кешеләрҙе асыҡлап тора. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһын да тотоп бөтөп булмай шул...